Рәсәйҙең атҡаҙанған артисынан оҫталыҡ дәресе

Бындай мөмкинлеккә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында старт алған проектта ҡатнашыусылар эйә булды. Өфө, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларынан килгән йәш йырсылар Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы педагогтары менән бергә сәхнә оҫталығы нескәлектәренә төшөнә. Әйткәндәй, проект федераль кимәлдә танылыу яулап, субсидияға эйә булған. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Проектта ҡатнашыусылар инде өсөнсө көн юғары академик вокал серҙәренә төшөнә. Артикуляцияны көйләү, дөрөҫ тын алыу, тауыш диапазонын киңәйтеү — опера йырсыһының көндәлек күнекмәләре. Проект уҡытыусыһы Эльвира Фәтихова әйтеүенсә, сәнғәттә тырышлыҡ тәбиғи һәләт ише төп талап. Райондарҙан килгән егет-ҡыҙҙарҙың да кимәле ярайһы уҡ юғары, ти остаз.